Өфөлә Ҡурай көнө уңайынан ҙур концерт үтте

Ҡурай көнөндә Башҡортостан Ҡурайсылар союзы ағзалары 13 кешегә артты. Республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы быйылдан рәсми билдәләнгән дата уңайынан республикала бик күп мәҙәни саралар ойошторолдо. Өфөлә милли уйын ҡоралына бәйле үткән семинар, беренсе күргәҙмә шуларҙың береһе. Әһәмиәтле көндә Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡортостан ҡурайсылары сәхнәлә үк милли уйын ҡоралын эшләү технологияһын күрһәтте. Артабан халыҡтың шанлы үткәне, өмөтлө киләсәге сағылыш тапҡан көй-моңдар ағылды. Дәүләт ансамбле өсөн бөгөнгө сығыш тарихи көн. Сөнки, республикала быйылдан Ҡурай көнөн билдәләнә башланы.

Ошо маҡсатта ҡурайсылар, милли уйын ҡоралдарында уйнаусылар һәм оҫталар ҡатнашлығында махсус семинар ҙа ойошторолдо. Уның барышында музыка ҡоралдарын үҫтереү, уҡытыу методикаларына, башҡарыу оҫталығының сифатын күтәреүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле Өфөләге концерт программаһы менән артабан республика район-ҡалаларынан тыш, Рәсәй төбәктәре буйлап гастролгә сығырға әҙерләнә.

Ҡурай көнөндә Башҡортостан Ҡурайсылар союзы йәнә яңы ағзалар менән тулыланды. Был милли уйын ҡоралы кимәлен күтәреп кенә ҡалмаясаҡ, уны үҫеп килеүсе быуынға еткереү, популярлаштырыуҙы ла яйға һала.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ