Көнбағыш мул уңыш менән ҡыуандыра. Шаран районы аграрийҙары әйтеүенсә, майлы культура уңышы гектарына 20 центнер тура килә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһендә 2 мең гектар майҙандан ярауай культуралар, рапс йыйып алынған. Етен менән көнбағыш баҫыуында әле эш дауам итә. Бынан тыш, 430 гектар ерҙә ужым арышы сәселгән. Аграрийҙар яңы комбайндарҙа һәм сәсеү комплексында эшләй. Улар Росагролизинг программаһы буйынса һатып алынған.



