Өфөнөң төп сауҙа майҙансыҡтарында Республика көнөнә арналған традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо. Байрам көндәрендә төбәк халҡы урында етештерелгән аҙыҡ-түлек, фермер хужалыҡтары тәҡдим иткән тауарҙарҙы ташлама менән һатып ала алды. Спорт һарайы алдындағы сауҙа кәштәләрендә йәшелсәләрҙең сифатын һәм хаҡын беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде
Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылында йәшәүсе Радик Әхмәтханов Өфөгә йәрминкәгә аҙна һайын килә. Баш ҡала халҡына фермер үҙ хужалығында үҫтергән картуф тәҡдим итә. Быйыл ете гектарҙа мул уңыш алған. Һигеҙ йыл дауамында ауыл хужалығында эшләүсе фермер үҙе үҫтергән йәшелсәне аралашсыларға күмәртәләп арзан хаҡҡа биреүгә ҡарағанда йәрминкәгә шәхсән үҙе йөрөп һатыуҙы итеүҙе хуп күрә.
Ауыл хужалығы йәрминкәләренең төп маҡсаты-республика фермерҙарына ярҙам итеү, сифатлы аҙыҡ-түлекте һатыуға сығарыу, халыҡҡа етештереүселәрҙән йәшелсә, емеш-еләк, ит, һөт ризыҡтары, бал һәм башҡа күп нәмәләр һатып алыу мөмкинлеген булдырыу. Был аралашсылар сылбырын ҡыҫҡартырға һәм халыҡты арзан хаҡҡа сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә ярҙам итә.
Байрам йәрминкәләрендә һатыусылар һатып алыусылар уңайлығы өсөн ташламалар тәҡдим итә. Өфө халҡы баҫыуҙарҙан, фермаларҙан, шәхси хужалыҡтарҙан алып киленгән, юғары сифатлы һәм хәүефһеҙ аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә.
Ауыл хужалығы йәрминкәләре республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә, халыҡтың мәшғүллек кимәлен күтәреүгә республика халҡын берләштергән мөһим ваҡиға ла булып тора.
Республика көнө уңайынан ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәһендә картуфтың килограмын 35-40 һумдан, кәбеҫтәнең килограмын 30 һумдан алып 50 һумға тиклем һатып алырға мөмкин ине. Байрам йәрмикәләре иртәгә лә иртәнге 9 көндөҙгө 16 сәғәткә теклем эшләйәсәк.
Гүзәл Борханова



