Иглин районы Республика көнөн тантаналы саралар шәлкеме менән ҡаршы алды

Иртәнге сәғәттәрҙән үк район үҙәгендәге майҙанда тәүге көҙгө йәрминкәләр асылды. Халыҡка йәшелсә, күпләп ит һәм бал тәҡдим ителде. Район хакимиәте залында «Изгелек ҡылабыҙ» ирекмәндәр үҙәге ағзаларына «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү өсөн» миҙалдары тапшырылды. Был көндө ауыл эшсәндәре лә иғтибар үҙәгендә булды. Оҙаҡ йылдар агросәнәғәт өлкәһендә эшләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән тәбрикләнде.

Республика көнө уңайынан Иглин районы хакимиәте бинаһында Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәиф Бәширов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Рәиф Ғәбит улы 20 йылға яҡын Иглин районы хакимиәтен етәкләй, райондың Почетлы гражданины исеменә лайыҡ була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ