Мемориал Советтар Союзы Геройы Миңлетдин Әминев, Социалистик хеҙмәт геройы Сәлих Зәйнәғәбдинов һәм Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлегенә арналған. Төбәк халҡы яҡташтары хаҡында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай: урта мәктәп биләмәһендә Миңлетдин Ғилметдин улының бюсы ҡуйылған, ул 1943 йылдың 21 сентябрендә Днепрҙы аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.
Былтыр яҙ ошо мәктәптә уҡыған Андрей Мигунов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстар үтәгәндә һәләк була. Социалистик хеҙмәт геройы Сәлих Зәйнәғәбдинов Ленин исемендәге колхозды 25 йылдан ашыу етәкләй. 1971 йылда Ауыл хужалығы производствоһында юғары күрһәткестәре өсөн Социалистик хеҙмәт геройы лайыҡ була. Геройҙар аллеяһын булдырыу идеяһын халыҡ «Беҙҙең ауыл» инициативалы бюджетлау программаһы ярҙамында тормошҡа ашыра алды. Мемориалды асыу тантанаһына геройҙарҙың туғандары һәм яҡташтары саҡырылды.




