Өфөлә ҡотҡарыусыларға арналған мурал барлыҡҡа килде

22 янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Альберт Юлдашев Өфөләге янғын һүндереү часы стенаһында ҡотҡарыусыларға арналған мурал төшөргән.

Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт йөҙөнән ул быға тиклем дә мурал эшләгән. 8-се янғын һүндереү бүлеге стенаһын уның ижад емеше биҙәй. Ул 2003 йылда Октябрь проспектындағы ресторанда сыҡҡан янғынды һүндергәндә һәләк булған хеҙмәттәштәре иҫтәлегенә арналған. Альберт Юлдашев был хеҙмәттә үҙе 19 йыл эшләй.

Идея күптән бар ине, ҡала хакимиәте уны тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Ут сыҡҡанда ҡотҡарыусылар фәрештә һымаҡ килеп етә. Шуға ла янғын һүндереүсене ҡанаттар менән төшөрҙөм. Үҙемде ҡотҡарыу хеҙмәтенә бағышлаһам да, һүрәт төшөрөү буйынса белемем бар, армияға тиклем уҡығайным, ата-әсәйем дә рәссамдар.

Альберт Юлдашев, 22-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды 8-се янғын һүндереү бүлегенең өлкән янғын һүндереүсеһе
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ