Яңы паркта шулай уҡ лама һәм ланаларҙы, башҡа хайуандарҙы күрергә мөмкин. Инорс биҫтәһендәге яңы паркты БЮ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева барып күрҙе.
Һәр береһенең ҡушаматы бар.Ҡулға өйрәнгәндәр. Бесән менән туҡланалар. Кишер ашарға яраталар, икмәк, йәки башҡа аҙыҡ менән һыйларға ярамай, альпакаларҙың сирләүе ихтимал.
Тарихҡа күҙ һалғанда, альпакалар 6 мең йылдан ашыу элек Европала ҡулға эйәләштерелгән һәм үрсетелгән. Уларҙың йөнө кейем һәм башҡа изделиелар етештереү өсөн ҡулланыла. Һарыҡ йөнөнән айырмалы рәүештә, альпака йөнө гипоаллерген һәм ланолинһыҙ. Һуңғы йылдарҙа иһә уларҙы халыҡҡа күрһәтеү маҡсатында парктар асыла. Өфө был исемлектә ун икенсе ҡала.
Бында тағы кәзәләр, лама, лана, йорт ҡуяндары йәшәй. Беҙҙең яҡ өсөн ят хайуандарҙы күрергә ғаилә менән киләләр.
Паркка инеү түләүле. Билет көн дауамында ғәмәлдә.
Рәмилә Исмәғилева





