Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Ниязбай Сәлимовтың «Бәхетстан» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте. Билдәле журналист, яҙыусының яңы китабын Башҡортостанға арналған энциклопедик баҫмаға тиңләргә була. Унда Башҡортостан тарихы, шәхестәре, хозур тәбиғәте сағылыш тапҡан.
Кисәлә яҙыусының ижадташ дуҫтары, яҡташтары, балалар ҡатнашты. «Тамыр» балалар телеканалының йыр студияһы Низбай Сәлимов һүҙҙәренә Гөлдәр Ишҡыуатова ижад иткән «Иманлы-ил» йырын башҡарҙы. «Бәхетстан» Республика көнө алдынан балаларға ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә ҙур бүләк, уҡытыусылар, тәрбиәселәр өсөн методик ҡулланма буласаҡ.





