Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ-ара конкурс еңеүселәре билдәләнде

Мәҙәни сара күренекле балетмейстр нигеҙ һалған традицияларҙы һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Республика район-ҡалалары, Рәсәй төбәктәренән 35 хореография коллективы ҡатнашлығында үткән конкурста 800-ҙән ашыу бейеүсе сығыш яһаған. Улар өс тур һынау аша үткән. Баһалама ағзалары ҡатнашысыларға оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторҙо.

Фәйзи Ғәскәров халыҡ фольклорын ваҡытында райондарға сығып йыйған. Ансамбль репертуарына ингән хореография композициялары бөгөн алтын фондты тәшкил итә. Ә инде халыҡсан традицияларҙы һаҡлаған Өфөнән «Шатлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле конкурстың Гран-приһын яуланы. 60-сы ижади миҙгелен ҡаршы алған Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы 21 октябрҙә-Милли бейеү көнөнә арналған концертта сығыш яһар тип көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул быйыл республика башлығы указы буйынса тәүгә билдәләнә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ