Хәҙер ул "Республика LIVE " тип атала. БСТ телеканалында шәмбе һәм кесаҙна эфирға сығасаҡ. Әлегә тиклем эфир йәкшәмбе һәм кесаҙна ине. Ваҡыты үҙгәрмәй, киске унда башлана. Проект авторҙары әйтеүенсә, яңы форматта шулай уҡ Радий Хәбировтың халыҡ менән тура, ябай әңгәмәләрен күреп буласаҡ. Был телепроект тәүге тапҡыр эфирға 2018 йылдың ноябрендә сыҡты.






