Йәмәғәт биләмәһендә асфальт түшәлгән, йәйәүлеләр зонаһы, баскетбол, волейбол һәм футбол майҙансыҡтары йыһазландырылған, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Балалар өсөн шыумалы тау һәм бәүелсәктәр менән уйын зонаһы бар. “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы барышында ҡарағай һәм миләш үҫентеләре ултыртылған. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса башҡарылған.






