Башҡортостанда йәйәүлеләр ҡатнашлығында авариялар артҡан

Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов көҙгө юлда айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Сөнки ямғыр яуған ҡараңғы ваҡытта күреү мөмкинлеге кәмей. Был үҙ сиратында йыш ҡына йәйәүлеләр ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары артыуына килтерә.

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡтың Салтыков-Щедрин урамында 67 йәшлек ир «Лада Гранта» аҫтында ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡазаға тарыусы табиптар килгәнсе вафат була. Әле урында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Уҙған кис Өфө районы Зубов ауылында ла үлемесле авария теркәлә. «Субару» водителе

46 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында уның ғүмере өҙөлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель ваҡиға урынын ташлап киткән, әммә оҙаҡ та үтмәй хәлде аңлап, кире ҡайтҡан. Медицина тикшереүе уның айыҡ булыуын күрһәтә. Водитель бындай ҡылығын ҡурҡыу һәм шаңҡыу хәлендә булыуы менән аңлата.

Йәйәүле ҡатнашлығында тағы ла бер авария Өфөнөң «Дан булвары» туҡталышында теркәлә.

Бөгөн төнгө сәғәт икеләр тирәһендә рөхсәт ителмәгән урындан үтеп барыусы ир «Хонда» автомобиле аҫтында ҡала. Ҡазаға тарыусы ер аҫты үткәүеле аша үтмәй, юлды тура сығырға тырышҡан. Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһы осраҡ буйынса административ тикшереү алып бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ