Өфөлә «Йөрәк ҡаны менән» тип аталған халыҡ-ара әҙәбиәт күргәҙмәһе асылды

Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған белорус шағирҙарының ижад емештәре урын алған. Рәсәйҙең 18 төбәген үҙ эсенә алған экспозицияла Беларусь әҙәбиәте тарихы дәүләт музейы вәкилдәре ҡатнашты. Улар үҙ халҡының мәҙәниәте һәм уның шиғриәткә индергән өлөшө һәм фашизмды еңеүе тураһында һөйләне. Ойоштороусылар билдәләүенсә, күргәҙмә совет халҡының ҡаһарманлығы һәм әҙәбиәтселәрҙең хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.

Волна
Акции БСТ