Өфөлә йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Мәрзүнә Сөнәғәтуллина 6 октябрҙә 95 йыллыҡ ғүмер байрамын ҡаршыланы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡан ветеран Рәсәй Президенты Владимир Путиндан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлауҙар һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡабул итте. Юбилярҙың шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты.
95 йәшендә лә ул дәрт- дарманлы һәм изге күңелле булып ҡала алған. Һәр иртәһе уның яҡындарын сәләмләп, баҡсалағы сәскәләргә йылмайып бағыуҙан, йылы һүҙ әйтеүҙән башлана.
Мәрзүнә Ғәли ҡыҙының тормошо һәм яҙмышы күптәргә өлгө. Сөнки ул яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтә. Асҡын районы Үрмияҙ ауылында тыуған ҡыҙ тиҫтерҙәре менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баҫыуҙа эшләй. Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында 8-се класс белем менән генә ҡалырға тура килә. Атаһы тиңдәшһеҙ яуҙарҙа башын һала. Бик иртә етемлекте татыған өлкән ҡыҙ ҡусты- һеңлеләре хаҡында хәстәрлек күрә.
Был ыҡсым һәм яҡты йорттоң аш бүлмәһенән йыш ҡына яңы ғына мейестән сыҡҡан ваҡ бәлеш еҫе тарала. Яҡындарының иң яратҡан ризығын Нәсимә Тәүфетдин ҡыҙы әсәһе өйрәткән махсус рецепт буйынса бешерә. Өлкән йәштәге әсәһе хаҡында төп хәстәрлек күреүсе һәм тәрбиәләп, ярҙамлашып тороусы ла ул.
Уңған ханым хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә ултыра алмай, Мәсетле районында тиҫтә йылдар дауамында селекция эше менән шөғөлләнә. Үҙенең ауыл хужалығы өлкәһендәге тәжрибәһен йәштәргә өйрәтә, төплө кәңәштәр бирә. Мәрзүнә Сөнөғәтуллинана ике балаһын да эшлекле һәм тырыш итеп тәрбиәләй. Өлкәне Нәсим Петропавловск-Камчатский ҡалаһында йәшәй. Үҙҙәре өлкөн йәштә булһалар ҙа, әсә йөрәге өсөн улар һаман да бала булып ҡала.
Мәрзүнә Ғәли ҡыҙына ҡарап, оҙон һәм бөхетле ғүмер кисереүҙең сере бик ябай-ул тормошҡа, яратҡан эшеңә, кешеләргә ҡарата һөйөү менән ҡарау икәнен аңлайһың. Гүзәл Борханова





