Өфөлә Светлана Хәмиҙуллина иҫтәлегенә беренсе Халыҡ-ара пианистар конкурсы асылды

Федор Шаляпин исемендәге концерт залында алты көн дауамында барасаҡ мәҙәни сарала республика район-ҡалаларынан тыш, илдең төрлө төбәктәренән килгән пианистар ҡатнаша. Ошонда уҡ баһалама ағзалары оҫталыҡ дәрестәре лә бирәсәк. Унда алдынғы музыканттарҙың башҡарыу алымын, тәжрибәһен өйрәнергә мөмкин. Өс турҙа уҙған бәйге конкурсанттарҙың Башҡортостан дәүләт академия оркестры менән берлектәге ҙур концерты менән тамамлана.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ