Матурлыҡҡа ынтылам. Шаран районында йәшәп ижад иткән шағирә Зинфира Зәйҙуллинаның яңы китабы шулай тип атала. Баҫманың исем туйы шағирә йәшәгән Күгәрсенбүләк ауылында үтте. Кисәлә шағирә һүҙҙәренә йырҙар яңғыраны, нәфис һүҙ оҫталары уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, өлкән йәштә лә арымай-талмай ижад иткән авторға ауылдаштары рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
90-ға етеп барғанда өс китабын сығарып өлгөргән Зинфира Зәйҙуллина ярты быуатҡа яҡын ғүмерен ауыл хужалығына арнаған-35 йыл һауынсы булып эшләгән, артабан колхоздың төрлө тармаҡтарында намыҫлы хеҙмәт иткән. Сал сәсле шағирәнең тормошон яҡташтары йәштәргә үрнәк итеп ҡуя.
Зинфира Зәйҙуллианың тәүге ике китабы шиғри йыйынтыҡтар булһа, өсөнсөһөндә автор район ижадсылары, ауылдаштары тормошо менән таныштыра, үҙенең ырыу шәжәрәһен барлай. Әлбиттә, төп урынды тыуған ер күркәмлеген данлаған, тормош мәғәнәһе, ҡатын-ҡыҙ, әсәлек бәхете тураһында уйланыуҙарға арналған шиғырҙары биләй.
Зинфира Зәйҙуллинаның шиғырҙарына тиҫтәләгән йыр ҙа ижад ителгән. Һәүәҫкәр композитор Рафаэль Иғдиев фекеренсә, авторҙың ижады тәү сиратта тормошсан булыуы менән арбай.
Әҙәби ижадтан тыш, Зинфира Зариф ҡыҙы ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Тынғы белмәҫ замандашыбыҙ үҙ ихатаһында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыуға, ауыл шишмәһен төҙөкләндереүгә һәм ике урамды тоташтырған күпер төҙөлөшөнә лә ирешкән.
Ижад кисәһендә яҡташтары Зинфира Зәйҙуллинаның һәр шиғырын һәм йырҙарын көслө алҡыштарға күмеп тыңланы. Биш бала әсәһе, күркәм эшсе һәм ижадсы халыҡ һөйөүен күркәм булмышы менән яулаған.
Г. Йосопова




