Ағиҙелдә һыу аҫты һунарсылары йәйге миҙгелде япты

Ағиҙел ҡалаһында Башҡортостандың һыу аҫты спорты федерацияһы йәйге миҙгелде япты. Тантанала республиканан һәм күрше төбәктәрҙән һыу аҫты һунарсылары ҡатнашты. Иң тәжрибәле балыҡсы Наил Аҡһаҡал ауырлығы 7 килограмға еткән һыла тотоуға иреште.

Шулай уҡ һыу аҫты һунар фестивалендә ҡатнашыусыларҙың береһе гигант йәйен аулай. Ярыш һөҙөмтәһе буйынса команда беренселегендә тәүге урынды Силәбе өлкәһе вәкилдәре яуланы. Шулай уҡ фестивалдә махсус хәрби операция яугирҙарына аҡса йыйыу буйынса хәйриә акцияһы ла ойошторолдо. Балыҡтар һатыуға килограмы 100 һумдан сығарылды. Башҡортостандың һыу аҫты спорты федерацияһы 43 мең һум самаһы аҡса йыйҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ