Республика көнө алдынан Октябрьский ҡалаһында мини-футбол, волейбол, гандбол, хоккей, шулай уҡ еңел атлетика дисциплиналарының төрлө төрҙәре буйынса матчтар һәм күнекмәләр үткәреүгә иҫәпләнгән яңы арена асылды. Объект «Роснефть» компанияһы менән төбәк араһындағы килешеү сиктәрендә төҙөлгән. Яңы күп функциялы комплекс 22-се урта мәктәп биләмәһендә урынлашҡан, унда 1800-гә яҡын бала уҡый. Яңы комплекс заманса хәүефһеҙлек талаптарына тап килә.
Компанияның ярҙамы менән Башҡортостанда 2017 йылдан алып республиканың 16 районында 30-ҙан ашыу спорт объекты асылған. Уларҙың иң ҙурҙары: Октябрьский, Күмертау һәм Туймазы ҡалаларында боҙ һарайҙары, Дүртөйлөлә донъя кимәлендәге скейтпарк һәм Туймазыла «Спартак» стадионы – республиканың көнбайышында иң ҙур спорт объекты, Благовещен ҡалаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм башҡалар. Шулай уҡ республика райондарында һәм ҡалаларында 12 күп функциялы спорт комплексы барлыҡҡа килде. Күмәк, балалар һәм үҫмерҙәр спортына ярҙам итеү – «Роснефть» компанияһының һәм уның бүлендек предприятиеларының социаль эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе.






