Башҡортостанда ФСИН етәксеһе итеп Сергей Кудрявцев тәғәйенләнде

Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһы Сергей Кудрявцевҡа йөкмәтелде. Был туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Бөгөн төбәк башлығы Радий Хәбировты ведомствоның яңы етәксеһе менән таныштырҙылар. Рәсәй федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры, эске хеҙмәт генералы Аркадий Гостев видеоэлемтә режимында Сергей Кудрявцев алдында торған бурыстарҙы билдәләне, шулай уҡ ведомство эшенә булышлыҡ иткәне өсөн Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров, үҙ сиратында, юғары профессиональ һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең эшен баһалап, Сергей Кудрявцевты вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы.

Республиканың холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ҡеүәтле производство секторы эшләй. Уларҙа 500-ҙән ашыу төр металл һәм ағас эшкәртеү, ҡойоу производствоһы, еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы, мебель, аҙыҡ-түлек етештерелә.

Волна
Акции БСТ