Әбйәлил районы үҙәгендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст асылды

Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә. Әбйәлил районы үҙәгендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст асылды. Уны скульпторҙар Хәлит Ғәлиуллин һәм Рафаэль Зиннуров эшләгән. Тантанала район етәкселеге, яугирҙың яҡындары һәм яҡташтары ҡатнашты.

Бюсты асыу хоҡуғы батырҙың ата-әсәһенә бирелде. Башҡорт ҡаһарманы Таһир Күсимов исемендәге гимназияны тамамлаған. 2022 йылдың июлендә ул етәкләгән зенит ракета артилллерия батареяһы ракета һөжүменә ҡаршы тора. Яҡташыбыҙҙың батырлығы һәм һалдаттар менән дөрөҫ етәкселек итеү һөҙөмтәһендә дошмандың туғыҙ ракетаһы юҡ ителә. Хәрби комплектты тотоноп бөткәс, Тамерлан Илһамов позицияһын үҙгәртергә ҡарар итә. Шул мәлдә ике ракета уларға тейә. Прапорщик хәрби иптәштәре менән бергә һәләк була, әммә үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, бөтә подразделениеның шәхси составын юғалтыуға юл ҡуймай. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ