Өфө баҡсасылары алманан бизнес ойоштора

Алманы серетеп түкмәҫкә, ә аҡса итергә. Өфөләге «Йәйғор» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр быйылғы мул уңыштан килем аласаҡ. Башҡорт дәүләт агарар университеты менән берлектәге проект агростартап конкурсында ҡатнашмаҡсы. Алма бизнесына нигеҙ һалыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева осрашты.

Быйыл алманың уңышын эшкәртеп өлгөр генә. Ә өлгөрмәһәң, түгергә тура килә. Рәшиҙә Вәкил ҡыҙы Мәсетле районынан Өфөлә йәшәгән ҡыҙына ярҙамға килгән. Еләк-емеште киптереп улар сәйгә ҡуша. Натураль ҡатнашма менән сәй хуш еҫле лә, шифалы ла була.

Элек бындай сәйҙе үҙҙәре өсөн генә эшләһәләр, хәҙер һатыуға. Алма, ҡурай еләге, сейә, еләк, бөтнөк ҡушылған сәй банкаларға тултырыла. Яҡшылып киптерелгән ҡатнашма менән сәй оҙаҡ һаҡлана. Әлбиттә, һатыуға сығарыу өсөн әле сертификация үтергә һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар.

Алманың күплегенән ошондай идея тыуҙы. Натураль продукция бөтәһенә лә оҡшай, киләсәккә пландар ҙур.

Эльвира Новичкова, «Йәйғор» баҡсасылар ширҡәте рәйесе

Эльвира Новичковаға проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты ярҙам итергә теләк белдергән. Юғары уҡыу йортонда продукция етештереү өсөн генә түгел, ә сеймал һаҡлау өсөн дә шарттар бар.

Һыуытҡыста 4-5 градус тирәһе температура, газ, дымлылыҡ- алма бында яҡшы һаҡлана, һәм уны йыл дауамында эшкәртеп буласаҡ. Алманан сәй һәм башҡа продукция етештереү студенттар өсөн дә файҙалы-берҙән практика, икенсенән эш урындары.

Йәйҙән алып көҙ тамамланғансы сүп түгеү урындарында боҙолған алмалар өйөмө ята. Әрәм итеп түкмәй, уны ошондай производствоға ебәреү отошло. Был эшкә баҡсаларҙа йәшәүсе пенсионерҙар ҙа ҡушылыр тип уйлайбыҙ.

Лилиә Сабитова, Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү идаралығы етәксеһе

Эльвира Новичкова «Йәйғор» баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе булараҡ быға тиклем янғын хәүефһеҙлеген ойоштороуға һәм баҡсаларға инеү юлын ремонтлауға субсидия алыуға ирешкән. Артабан алма бизнесын яйға һалыу өсөн ул «Агростартап» грантына конкурста ҡатнашырға иҫәп тота.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ