Башҡортостанда беренсе гармун музейы асылыуы ихтимал. Өфөлә музыка ҡоралдарын ремонтлаусы ойошма яҡын арала һирәк осраған гармун, баян, аккордеондан торған экспозиция булдырырға ниәтләй. Бөгөн уның тиҫтәләп төрө йыйылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башланған шөғөл бөгөн уның күңел талабын ҡәнәғәтләндергән, буш ваҡытын үткәрергә ярҙам иткән кәсепкә әйләнгән, тиһәк тә була. Филүс Гәрәев егерме йылға яҡын инде милли уйын ҡоралдарын ремонтлай. Эште төптән белергә уға күренекле баянсылар Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов менән Фирҙус Шәрәфуллиндың класында алған музыкаль белеме лә ярҙам итә.
Бында гармун, аккордеон, баяндарҙың ниндәй генә төрө ремонтламаған. Улар араһында тотош донъя сәхнәләрен шаулатҡаны ла, ғаилә ҡомартҡыһы булараҡ ҡәҙерләп һаҡланғаны ла бар. Һәр ҡайһыһын оҫталар яҡшы белә.
Йылдар дауамында тупланған тәжрибә нигеҙендә ойошма Башҡортостандан ситтә лә киң танылыу ала. Хатта, ҡайһы саҡта ҡабул ителгән заказдарға сират булып китә. Әйткәндәй, яҡын арала улар республикала тәүге гармун музейын асыуҙы күҙаллай. Ә экспонаттар иһә хайран ҡалырлыҡ. Араларында онотолған музыка ҡоралдары ла байтаҡ. Мәҫәлән, был аккордеон Германияла эшләнгән.
Шулай ҙа ул әле лә уйнай. Музыканттар үҙҙәре лә күректәре тартылған музыка ҡоралынан, утик торғаны тиҙерәк эшлектән сыға, тигән фекерҙә. Шуға ла эш тамамланыу менән оҫтанахана-магазинда халыҡсан көй-моңдар яңғырауы ғәҙәти күренеш.
Азат Ғәлиуллин




