Унда Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән 11 профессиональ коллектив ҡатнаша. Фестиваль барышында Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы менән берлектә семинар-лабораториялар һәм сәхнәне яҡтыртыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтә. Шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу өсөн һәр сығыштан һуң актерҙар клубын үткәреү планлаштырыла.





