Дәүләт автоинпекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Новожженов урамы менән Өфө шоссеһы киҫелешендә «Шакман» йөк автомобиленең тормоздары тотмай, юғары тиҙлектә 11 автомобилде бәрҙерә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдә ултырған ике кешенең ғүмере өҙөлә. Йәрәхәтләнеүселәр буйынса мәғлүмәт тупалана. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эшләй.



