Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһына йомғаҡ яһалды

Өс ай дауамында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары балалар ялын ойоштороусы 55 учреждениела булып, тикшереүҙәр үткәрә. Мәғариф буйынса комиссия рәйесе Марина Таран мониторинг йомғаҡтарын тәҡдим итте.

Төп иғтибар тәрбиә эшенә бүленгән, йәғни программаларға патриотик, ветерандар ҡатнашлығында сараларҙы һәм илһөйәрлек акцияларын индерергә тәҡдим ителгән. Шулай уҡ хәүефһеҙлек талаптарын тейешле кимәлдә үтәмәү осраҡтары ла теркәлгән. Атап әйткәндә, биләмәләрҙе кәртәләү, спорт майҙансыҡтарын нормаға ярашлы төҙөкләндереү буйынса кәңәштәр бирелгән. Тикшереү һөҙөмтәләре балаларҙың ял сифатын яҡшыртырға һәм лагерҙарҙы уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итергә ярҙам итәсәк.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ