Ваҡытында ул Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе була, 200-ҙән ашыу театрлаштырылған концерт программалары ҡуя. Салауат Мостафа улы эстрада артисынан күп яҡлы профессиональ белемгә эйә булған киң ҡарашлы, үҙенсәлекле, танылған режиссерға тиклем юл үтә.
Башҡорт сәнғәтенә арымай-талмай хеҙмәт итеүсе cәхнә оҫтаһы бөтә көсөн, белем һәм тәжрибәһен тыуған районы үҫеше өсөн ҡуллана. Ул республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып «Ейәнсура» яҡташтар ойошмаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм уға 15 йылдан ашыу етәкселек итә. Кисәлә Салауат Итбаевтың яҡындары, дуҫтары, коллегалары ҡатнашты. Улар күренекле мәҙәниәт эшмәкәренең театр постановкаларын, видеофильмдарын һәм авторлыҡ йырҙарын иҫкә төшөрҙө.




