Ҡот осҡос авария бөгөн иртәнсәк Новоженов урамы менән Өфө шоссеһы киҫелешендә теркәлде. Беренсе мәғлүмәттәр буйынса, ҡом тейәлгән «Шахман» машинаһы, светофор утына туҡтаған автомобилдәргә барып бәрелгән. Фажиғәгә төп сәбәп булып, тормоз системаһының сафтан сығыуы фаразлана. Авария урынынан БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.
Барыһы ла күҙ асып йомған арала теркәлә. Тауҙан юғары тиҙлектә төшөп килгән «Шахман» машинаһы светофорҙың ҡыҙыл утында торған автомобилдәргә килеп бәрелә. Авария алдынан ғына водитель башҡаларҙы туҡтатыу системаһының сафтан сығыуы тураһында иҫкәртергә маташа. Әммә был бер һөҙөмтә лә бирмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдә 12 автомобиль ҡазаға тарый.
Авария урынына шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәр килә. Салонда ҡыҫылып ҡалған кешеләрҙе сығарыу өсөн махсус ҡорамалдар ҡулланыла.
Аварияла шулай уҡ 8 кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала. Өс пациент 21-се ҡала дауаханаһвна килтерелә. Икеһе травматология бүлегенә оҙатыла. Табиптар уларҙың хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Бер пациент реанимацияла ауыр хәлдә.
Әлеге ваҡытта тикшереү органдары аварияның барлыҡ шарттарын асыҡлау өҫтөндә эшләй. «Шахман» водителенән һорау алына, шулай уҡ ваҡиға урынындағы видеояҙмалар өйрәнелә. Эксперттар тормоз системаһының ни сәбәптән сафтан сығыуын асыҡларға тейеш.
Ҡала хакимиәте зыян күргән ғаиләләргә кәрәкле ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итергә вәғәҙә итте. Фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау, шулай уҡ ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу маҡсатында, төрлө экспертизалар һәм тикшереү саралары үткәреләсәк. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. 27 йәшлек «Шахман» водителенә ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
И.Байбулатов



