Баймаҡта «шайморатовсылар» сафы яңы уҡыусылар менән тулыланды

Йәш шайморатовсылар-Башҡортостан киләсәге. Ошо көндәрҙә Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының»шайморатовсылар«сафы яңы уҡыусылар менән тулыланды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Шайморатовсылар кластары илһөйәрҙәр хәрәкәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Республика көнө билдәләнгән тантаналы мәлдә Баймаҡ полилингваль лицей-интернаты шайморатовсылары сафына 6-сы класс уҡыусылары ҡабул ителде. Үҫмерҙәр легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа оло хөрмәт менән шайморатовсы исемен ғорурн йөрөтөргә ант бирҙе.

Шайморатовсылар һәр башланғыста беренселәр. Улар яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, хәрби күнекмәләрҙе үҙләштерергә, үҙҙәреңдә лидерлыҡ сифаттарын үҫтерергә бурыслы. Лицей-интернат биләмәһендә миләш үҫентеләрен дә тәү башлап алдынғы класс ултыртты.

Лицей-интернатТың 4 класында хәҙер 100-гә яҡын йәш»шайморатовсы«. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының батырлығы миҫалында балалар ил тарихына хөрмәт менән ҡарарға, һәр яҡлап алдынғы ҡарашлы илһөйәрҙәр булырға өйрәнә.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ