Мәктәп партаһынан уҡ етди ғилми проекттарға. Өфөнөң 119 сы мәктәбе 11 класс уҡыусыһы Рамаҙан Йәнбәтов «Пилотһыҙ системалар» номинацияһында «Киләсәк ғалимдары» абруйлы халыҡ-ара йәш тикшеренеүселәр конкурсында ҡатнашып финалға үтә. Яңы инновацион проекттар авторы һәм уның остазы менән БЮТ ижади төркәмө лә осрашты. Йәштәргә техник һөнәр һайлауҙа яңы алымдар хаҡында киләһе яҙмала.
Был видеояҙмала «Киләсәк ғалимдары» конкурсының ике турын да уңышлы үткән Рамаҙан Йәнбәтов. Өфөнөң 119-сы мәктәбе 11 класс уҡыусыһының остазы Гүзәл Батыршина. Рамаҙан уның етәкселегендә мәктәп уҡыусылары өсөн әҙерләнгән»Компьютерҙа проектлау.Һыҙма дәрестәре«белем биреү программаһы буйынса шөғөлләнә. Мәскәү дәүләт университетында үткән турҙа ул үҙ проектын абруйлы халыҡ-ара жюри алдында яҡлай. Ныҡышмалылыҡ, фәнгә тәрән ҡыҙыҡһыныу һәм юғары компетенциялар күрһәтә. Рамаҙан конкурс финалына ышаныслы үтә.
Илдең баш ҡалаһында ойошторолған конкурс фән һәм инновациялар менән шөғөлләнгән йәштәр араһында таланттарҙы асыҡлауға һәм яҡлауға йүнәлтелгән.Өфө фән һәм технологиялар университетының технологиялар һәм материалдарҙы өйрәнеү институты йәш тикшеренеүсегә заманса техник ресурстар, профессиональ 3d-принтерҙа эшләү мөмкинлеге биргән. Заманса йыһаздар Рамаҙанға тәжрибә өлгөләрен булдырыуҙы, пилотһыҙ системалар өлкәһендә инженерлыҡ ҡарарҙарын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеү мөмкинлеге бирә, ти остазы.
Мәктәп менән юғары уҡыу йорто араһындағы хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло. Ул уҡыусыларҙың фән өлкәһенә иртә йәлеп итеү мөһимлеген күрһәтә, мәктәп йылдарынан уҡ үк һөнәри компетенцияларҙы үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса.
Технологиялар һәм материалдар институтында йәш таланттарҙың техник эҙләнеүҙәргә һәләтен асыуға, киләсәктә юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә уңайлы шарттар булдырыла.Рамаҙан Йәнбәтов әлеге ваҡытта проектын камиллаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләй һәм ярыштарҙың һуңғы этабында яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә иҫәп тота. Буласаҡ ғалимдың һәм уның остазының маҡсаты Рәсәйҙә еңеп, халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулау.
Гүзәл Борханова



