Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙә “Гиза” ҡушаматлы һалдат тураһында яҙған. Хәрбиҙең махсус операция биләмәһендә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге “Батырлыҡ өсөн” һәм “За боевые отличия” миҙалдары менән баһаланған. “Дәүләт бүләктәре яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында һөйләй. Беҙҙең егеттәр Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Ғорурланыбыҙ! Уларҙың тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ”, - тигән район хакимиәте башлығы. Илдең Оборона министрлығы ирҙәрҙе Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итергә саҡыра. Айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат нөктә рф сайтында танышырға мөмкин.






