“Рысь” ҡушаматлы яугир Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылынан. Ул былтыр февралдә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. “Рысь” хәрби берләшмә командиры булған ағаһынан өлгө алып фронтҡа барырға ҡарар иткән. Штурмлаусы яҡташыбыҙ менән “Башҡорт батальоны” телеграм каналы таныштырған. “Рысь” алыштарҙың береһендә яраланған. Әле ул дауаланыу курсы үтә. Һауыҡҡас, кире алғы һыҙыҡҡа – иптәштәре янына китергә ниәтләй.






