Өфөлә ун беренсе тапҡыр халыҡ-ара марафон үтте

Спорт байрамында Рәсәйҙең 52 төбәге һәм донъяның 38 иленән йүгереүселәр ҡатнашты. Стартҡа 10 меңдән ашыу кеше баҫты. Улар 2, 5, 10, 21 һәм 42 километрға йүгерҙе. Марафон маршруты ҡаланың тарихи үҙәге буйлап үтте. “Спорт төрлө быуындарҙы берләштерә һәм сәләмәт киләсәккә нигеҙ.Кешеләр төрлө дистанциялы трассаларға сыға. Был атмосфера йәнә бер тапҡыр республика Рәсәйҙең спорт төбәге булыуын иҫбатлауы хаҡында һөйләй”,- тине Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Өфөлә ун беренсе тапҡыр халыҡ-ара марафон үтте

Быйылғы марафон “Йондоҙҙар Өфөлә осрашты” девизы менән ойошторолдо. Билдәле ҡунаҡтар араһында танылған футболсы Алексей Смертин да булды.

Өфөлә ун беренсе тапҡыр халыҡ-ара марафон үтте

“Өфө марафоны берҙәмлек байрамы”, - тип белдерҙе Паралимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова.

Өфөлә ун беренсе тапҡыр халыҡ-ара марафон үтте

Марафонда беҙҙең коллегалар ҙа ҡатнашты. Улар 2 һәм 5 километр араға йүгерҙе.

Өфөлә ун беренсе тапҡыр халыҡ-ара марафон үтте
Башбат

Марафондың абсолют еңеүсеһе тип ир-егеттәрҙән Виталий Дьяконов, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ульяна Шарикова танылды.

Фото №1 - Өфөлә ун беренсе тапҡыр халыҡ-ара марафон үтте
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ