Республика юл хужалығы идаралығы менән берлектә Дүртөйлө һәм Илеш райондарындағы юлдар тәртипкә килтерелгән. Улар М-12 трассаһын һалғанда зыян күргәйне. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. “Республика биләмәһе аша 863 километр федераль трасса үтә. “Приуралье” автомобиль юлдары идаралығы уларҙы яҡшы хәлдә тоторға ярҙам итә. Өршәк, Ҡармасан, Саярыш һәм Ҡыуаш йылғаларындағы күперҙәр төҙөкләндерелде. 7 объектта эш дауам итә. Юл хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүленә. Йәйәүлеләр үткәүеле, кәртәләр ҡуйыла, яҡтыртыу системаһы урынлаштырыла. Был һөҙөмтә бирә. Федераль трассаларҙа юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар кәмей”, - тип яҙған Радий Хәбиров.






