Башҡортостан туристар һаны буйынса Волга буйы федераль округында 3-сө, Рәсәйҙә – 17-се урында тора. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина ошо турала белдерҙе. Беҙгә йышыраҡ Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Удмурт һәм Татарстан республикаларынан киләләр. Башҡортостанды дауаланыу маҡсатында һайлаусылар бар. Быйыл майҙан алып августҡа тиклем шифаханаларҙа 80 мең кеше һаулығын нығытҡан. Туризм өлкәһендә күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр, былтырғы менән сағыштырғанда, 15 процентҡа артҡан. Сәйәхәтселәр күберәк фәнни-популяр, сәнәғәт, таулы, йәйәүле һәм йылға маршруттарын һайлай.






