Баш ҡалала «Берҙәм Рәсәй» юғары партия мәктәбе филиалының өсөнсө семинары старт алды

Уның эшендә Башҡортостан башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Вуз-ара кампустың Геном үҙәге майҙансығында ойошторолған сарала «Партияның урындағы бүлексәләрендә депутаттар берләшмәләре эше һәм команда төҙөү» темаһы ҡарала. Төбәк етәксеһе ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өфө майҙансығында һөҙөмтәле һәм уңышлы эш теләне. Эшмәкәрлектең төп бурыстары аталды. Унда махсус хәрби операцияға ярҙам, бюджет процестарын грамоталы алып барыу һәм барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе лә үтәү инә. «Заман саҡырыуҙарына ҡарамаҫтан, ижтимағи-сәйәси хәл тотороҡлоға һаҡлана», -тине Радий Хәбиров.

Сәйәсәт эше идаралығы етәксеһе һәм Юғары партия мәктәбе директоры Роман Романов үҙ сығышында тығыҙ хеҙмәттәшлек һәм семинар ойошторған өсөн төбәк башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтен белдерҙе. Семинар барышында муниципаль партия командалары эшмәкәрлеге тураһында фекер алшыу уҙғарылыуы билдәләнде. Уҡыу барышында эксперттар урындарҙа партия эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса кәңәштәрен бирәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ