«Йөрәк ҡушыуы буйынса». Ишембай ҡалаһы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йылы кейемдәр, махсус форма тегә. Хәрәкәткә йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ҡушылған. Цехтағы эш менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Төрлө һөнәр эйәләре булыуға ҡарамаҫтан, тегеү оҫталығын улар тиҙ үҙләштерә. Ишембай ҡалаһы ирекмәндәре эшҡыуар Резеда Ғәлимованың башланғысын күтәреп алып, цех шарттарында алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға йылы кейемдәр тегә. Туҡыма, кәрәкле материалдар менән урындағы халыҡ ярҙам итә.
Ирекмәндәр хәрәкәтендә төрлө быуын вәкилдәре. Өлкәндәр ҙә оҫталар ярҙамы менән теген машинаһында эш итергә өйрәнгән. Ҡулдарынан күҙ эйәрмәй.
Цехты киңәйтеү пландары ла ҙур. Теген машиналары күберәк булһа, йылы кейемдәр әҙерләү ҙә йылдамыраҡ барыр ине. Шулай уҡ эшсе ҡулдарға ла ихтыяж юғары. Гуманитар ярҙам өсөн дронға ҡаршы одеялдар ҙа тегә башлау планлаштырылған. Әлегә көнөнә 15-20 берәмек өҫ кейеме тегелә.
Ишембай районында ирекмәндәр хәрәкәте көслө. Исфар Бикмөхәмәтов та ҡулынан килгәнсе алғы һыҙыҡҡа ярҙам итә. Әле «Тихий» ҡушаматлы яугир өсөн тәғәйенләнгән «Нива» машинаһын ремонтлай.
Кәрәкле запас частар менән бағыусылар ярҙам итә. Машина ремонттан һуң тура махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыла.
Гөлназ Хәйбуллина





