Бөрйән районы юбилейы уңайынан байрам тантаналары уҙҙы

Бөрйән районы ойошторолоуға 95 йыл. Күренекле дата уңайынан районда байрам тантаналары уҙҙы, хеҙмәт уңғандары тәбрикләнде. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Шифалы башҡорт балы, күркәм тәбиғәте һәм республикала тәүгеләрҙән булып ойошторолған ҡурсаулығы, миллиард йыллыҡ боронғо тарих эҙҙәрен һаҡлаған Бөрйән еренең тарихы ил яҙмышынан айырылғыһыҙ. Тарихтың төрлө осорҙарында бөрйәндәр ил һәм республика ҡеүәтен арттырыуға, рухиәтебеҙҙе һаҡлауға тос өлөш индерә.

Бөрйән районы оҙаҡ йылдар дауамында демографик күрһәткестәр буйынса ла республикала алдынғылыҡты бирмәй. Төбәктә ғаилә институтының абруйын күтәреүҙә район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, мәҙәни һәм мәғариф ойошмаларының роле ҙур. Байназар ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова ла халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен байытыу өсөн арымай-талмай эшләй. Алдынғы педагогтың тырыш хеҙмәте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән билдәләнде.

Район юбилейы Бөрйәндә тыуып үҫеп, атайсал данын алыҫ тарафтарға таратҡан арҙаҡлы яҡташтарҙы осраштырҙы. Улар араһында билдәле ғалимә, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова ла бар.

Юбилей тантанаһында махсуср хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән яҡташтар ҙа хәрмәтләп телгә алынды. Байрамда йәш шағирә Айгөл Манапова яҡташтарына яугир тормош юлдашы Нәдир менән бергә мөрәжәғәт итте.

Юбилей уңайынан ойошторолған байрам йәрминкәһендә лә махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ярҙам итеү буйынса төрлө акциялар уҙғарылды. Яугирҙарға оҙатыу өсөн маскировка селтәрҙәре әҙрләнде. Йәрминкәлә халыҡ үҙҙәре етештергән продукция төрҙәрен дә тәҡдим итте. Байрамдан һәр кем күтәренке кәйеф менән таралышты.

Г. Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ