“Известия” газетаһы хәбәр итеүенсә, төҙәтмәләргә рәсми байрам көндәре һәм ял көндәрен күсереү сәбәпсе булған. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү һәм ял көндәренең айырым графигына бәйле түләүҙәр ваҡытынан алда башҡарыла. 1 ноябрь – эш көнө, 3 ноябрь - ял көнө, шуға күрә граждандарға социаль түләүҙәр 1 ноябрҙә килә. Октябрҙә 80 йәше тулған граждандарҙың пенсияһының база өлөшө 17 815 һумға тиклем арттырыла.






