Коллегабыҙ былтыр вафат булды. Уға 45 йәш ине. Спорт ярышы Уйылдандың тыуған ере Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында ойошторолдо. Ҡатнашыусылар мәктәптә ойошторолған хәтер митингында ҡатнашты, Уйылдан Ғәлиндың тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған фотоһүрәттәр күргәҙмәһен ҡараны. Уйылдан Ғәлиндың уҡытыусыһы Фәнүзә Әхмәтова иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Уйылдан Ғәлин 1997 йылдан “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында хеҙмәт итте. “Журналистика уның тормош асылы булды. Ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡалды, бар ғүмерен яратҡан эшенә бағышланы”, - ти “Хәбәрҙәр” программаһын алып барыусы Флүрә Мурзина.
Беренсе тапҡыр уҙғарылған ярышта республика газета- журналдары, телевидение һәм радио хәбәрселәре, хөкүмәт ағзалары, Ишембай районы хакимиәте, урындағы мәктәп уҡытыусылары, коллегабыҙ туғандары командалары көс һынашты. Беренсе урынды майҙан хужалары яулаһа, икенсе һәм өсөнсө баҫҡысты Ишембай районы хакимиәте һәм “Туғандар” командалары бүлеште. Ярышта ҡатнашыусылар әйтеүенсә, еңеү мөһим түгел, турнирҙың төп маҡсаты булып Уйылдан Ғәлиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү тора.
Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенә һәм ауыл урамдарының береһенә Уйылдан Ғәлиндың исеме бирелә. Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары, Республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов.
Турнир маҡсаты — Уйылдан Ғәлин иҫтәлеген мәңгеләштереү. Был тәҡдим район хакимиәте тарафынан ыңғай ҡабул ителде, ярышты йыл да уҙғарыу ҡарала. Ирек Әхмәтшин. “Юлдаш” радиоһы.




