Бүләкләү тантанаһы яҡынлашып килгән Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үтте. Юлдарҙа уңайлы шарттар һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеү тап уларҙың хеҙмәтенә бәйле. Һуңғы йылдарҙа республикала ҙур инфраструктура объекттары төҙөлә - Көнсығыш сығыу юлы, М-12 автомагистрале, Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер. Уларҙың һәр береһе артында юл хужалығы эшсәндәрәенең тырыш хеҙмәте тора. Бүләкләү сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Шишмә районында йәшәүсе Зәри Фәтхетдинов өсөн был иртә ябай ғына түгел. Бүләкләү сараһы - байрамға тиң, матур кейенеп ул Өфөгә юллана. 18 йәшендә водитель таныҡлығы алғандан алып ул рулдән айырылмаған , Рәсәйҙе арҡырыһына-буйына йөрөп сыҡҡан Һуңғы 15 йыл “Башҡортостан автомобиль юлдары” компанияһында эшләп, республика юлдарын тәртипкә килтереүҙә ҡатнашҡан. Зари Әхкәм улы юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Өфөнөң Колонналар залында Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы сара үтте. Башҡортостандың төрлө тарафтарынан йыйылған бер төркөм тармаҡ алдынғылары юғары наградалар менән бүләкләнде.
Башҡортостанда ҙур инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыла. Былтыр Өфөлә “Көнсығыш сығыу юлы” һәм генерал Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешендә юл үткәргес сафҡа инде. Быйыл йәй Владимир Путин ҡатнашлығында республика аша үткән “М-12 Көнсығыш” тиҙ йөрөшлө автомагистраль асылды. Трассаны файҙаланыуға тапшырыу Өфөнө күрше төбәктәр һәм илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәү менән яҡынайтты.
Һуңғы биш йылда республикала 7 мең саҡрым юл һәм 8 мең метр оҙонлоҡтағы күперҙәр ремонтланған һәм төҙөлгән. Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов ошо арала файҙаланыуға тапшырыласаҡ объекттар һәм юл төҙөлөшө тармағының киләсәккә пландары менән таныштырҙы
Республика көнөндә Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер сафҡа инде. Уникаль, бер үк ваҡытта ҡатмарлы инфраструктура объектын яңыртыу өсөн тәжрибәле белгестәр йәлеп ителгәйне. Улар араһында Фәнил Мөхәмәтйәров та була. Машинист бейеклектә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Тантанала Фәнил Миңулла улына "Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
Әлфинә Килдейәрова





