Клубта селтәрҙәр, мәсеттә май шәмдәре , ә гаражда мейестәр. Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылы халҡы махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса тотош бер кооперация ойошторған. Фронт кәрәк-яраҡтары әҙерләүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Нимә генә етештерһәләр ҙә уларҙы бер маҡсат берләштерә-яугирҙарға ярҙам итеү һәм Еңеүҙе яҡынайтыу. Айнур Кәбиров ҡыҙыу эш мәлен күҙәтте.
Ойоҡ бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бармаҡтары артынан күҙ ҙә эйәрмәй. Ҡыш яҡынлаша, йылы ойоҡбаштарҙы тиҙерәк өлгөртөргә кәрәк, ти улар. Элегерәк үҙ балаларына бәйләһәләр, хәҙер яугирҙарға. Ләкин бәйләмде үҙебеҙҙекеләргә кеүек бәйләбеҙ, ти ханымдар. Хатта яҡшыраҡ итеп . Фронтта бит шарттар башҡаса. Бирсәткәләрҙең өс бармаҡлыһы яҡшыраҡ булһа, ойоҡтарҙы һалдаттар үксәһеҙен һорай.
Күрше өҫтәлдә инде май шәмдәре эшләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡатырға ҡырҡып филтәһен әҙерләһә, ирҙәр кәнсер ҡалайҙарға парафин майы иретеп ҡоя. Әйтерһең дә, конвейер. Ә бит башлағанда Фирүзә ханым тормош иптәше Фәнис менән икәүләп кенә май шәме ҡоя. Ҡалай һауыттарҙы ла ҡаланан балалары ташый. Хәҙер был эштә тотош ауыл ярҙам итә. Эштәрҙең мәсеттә башҡарылыуы ла ғәмәлдең изге булыуына ишара, ти улар.
Клубҡа ла Ябалаҡлы ауылы кешеләре көн дә йөрөй. Ләкин концерт ҡайғыһы юҡ. Бәләкәй генә мәҙәниәт йорто залын тулыһынса селтәр үреү станогы ҡаплаған.
Бындай станокта эшләүе лә уңайлы һәм күпкә тиҙерәк тә. Алдан әҙерләнгән селтәргә маскировка таҫмалары күҙ асып йомғансы инеп үрелә.
Иң мөһиме бындай маскировкалау селтәрҙәре һөҙөмтәлерәк тә. Ҡул менән үрелгәнгә ҡарағанда станок аша сығарылған япмалар тәбиғәт шарттарына мөмкин тиклем оҡшаш.
Ғәйшә ханым был маскировкалау селтәрҙәренең, май шәмдәренең, йылы кейемдәрҙең фронтта ни тиклем ярҙам булыуын ситтәрҙән генә ишетеп белмәй. Уның үҙенең дә ире махсус хәрби операция яугиры.
Иҫке Ябалаҡлы ауылының барлыҡ ирекмәнлек эштәре ошо гараждан баш ала. Тап ошонда Фирүзә ханым тормош иптәше Фәнис менән майшәмдәр ҡоя башлай. Әле гаражда ғаилә башлығы мейестәр етештерә. Күсереп йөрөтмәле бәләкәй генә, әммә күп функциялы. Һалдаттар менән берлектә тимер мейестәр модернизияланып тора.
Тимәк, Ҡотловтар ғаиләһе сираттағы быуынға ла дөрөҫ тәрбиә бирә. Бындай киләсәк менән еңеүҙең беҙҙең яҡта булырына шик юҡ.
А.Кәбиров





