Телде яҡшы белмәй, өндәрҙе яңылыш әйтә. "Әй Йола" төркөмө солисы Адель Шәйхетдиноваға төрлө тәңҡит һүҙҙәрен ишетергә тура килә. Уларға яуап итеп йәш йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "...телде белеү - ул өҫтөнлөк. Ҙур уңыш!" тип яҙған. Күптәр башҡарыусыны күтәреп алды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
“Урал батыр” эпосы менән рухланған музыкаль проект үҙенең тәүге альбомын тәҡдим итте. Һәр йыр - легенданың сюжетын эҙмә-эҙлекле аса бара. Бәхет ҡошо Һомай, ҡанатлы ат Аҡбуҙат, төп геройҙың йыртҡыстар менән алышы, Шүлгәндең хыянаты. Һуңғы өлөштә Урал батырҙың киләсәк быундарҙы ҡотҡарыу өсөн ерҙе тере һыу менән һуғарып, үҙен ҡорбан итеүе тураһында бәйән итә.
Көн һайын яңы музыкаль ағымдар, мәҙәни феномендар тыуған донъяла "Әй Йола" традициялар менән хәҙерге заман араһындағы күпергә әйләнде. Уларҙың тарихы - уңыш тураһында ғына түгел, мәҙәниәткә һәм телгә хөрмәт гимны. Әммә төркөмдөң сағыу йондоҙо Адель "башҡорт телен тейешле кимәлдә белмәй", "өндәрҙе дөрөҫ әйтмәй" тигән ҡыҙыу бәхәстәр йәнә башланды.
Ғәйепләү һәм бысраҡ яғыу кәртә генә ҡуя. Яһалма ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу - ҙур хеҙмәт һәм батырлыҡ талап итеүе тураһында ла яҙған ул. Телде яңы өйрәнә башлаусыларҙы хөкөм итергә түгел, киреһенсә, уларға ярҙам итергә кәрәк тигән фекерҙә Эльвира Айытҡолова.
Бөтә донъяла популярлыҡ алыу "Һомай" хитынан башланды. Социаль селтәрҙәрҙә миллиондарса кеше ҡараған, төрлө чарттарҙа билдәле артистарҙы ла уҙҙы ул. Һәр эштән кәмселек табырға тырышҡандар һүҙҙәрҙең әйтелешен тәңҡит утында тотто. Ә уйлай башлаһаң...
"Һомай" йырының һүҙҙәрен аңлау өсөн миңә лә уны бер-нисә тапҡыр тыңлап ҡарарға кәрәк булды, тип фекере менән уртаҡлаша Зилә Лира. Төп мәсьәлә - башҡорт телен белмәгәндән түгел, еңелсә акцент булғанлыҡтан, ә уны бөтөрөп була, ваҡыт ҡына кәрәк, ти әңгәмәсебеҙ.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тәүге Бөтә Рәсәй съезында сығыш яһағанда башҡорт телен өйрәнергә теләүселәрҙе ситләштермәйек, ә үҙ итәйек, тигәйне. Йыйылышта туған телдә һөйләшеүҙе модаға индереү, һөҙөмтәле уҡытыу тураһында ла фекерҙәр әйтелде.
"Әй Йола" башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау буйынса ҙур эш башҡара. Был турала республика етәксеһе колледж студенттары менән осрашҡанда белдерҙе. Һәләтле һәм креативтар, улар ысын мәғәнәһендә беҙҙең тыуған төбәгебеҙҙе ярата, тарих, фольклор һәм мәҙәниәтебеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарай, тине Радий Фәрит улы.
Интервидение - яңынан тергеҙелгән легендар конкурс. Сағыу тамаша "Рәсәйҙең алтын йырҙары" номеры менән тамамланды. Унда беҙҙең илдән бер генә милләт сығыш яһаны - ул да булһа "Әй Йола".
Бер йыл элек ойошторолған "Әй Йола" төркөмөн Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә таныйҙар. Затлы милли кейемдәрҙә, сағыу образдарҙа милләттәштәребеҙ төрлө ҡитға тамашасыларының күңел ҡылдарын тибрәтә. Этно музыка йүнәлешендә яңы тренд. Уларға башҡа милләт музыканттары оҡшарға тырыша - үҙ мәҙәниәтен өйрәнә, фольклорға таянып ижад итә. Рәсәй буйлап тәүге турға сыҡҡан "Әй Йола" һәр ҡалала үҙ тамашасыһын таба, телде, тарихты өйрәнергә ҡанат ҡуя.
Әлфинә Килдейәрова





