Республикала яугирҙарға транспорт һалымына льгота һаҡлана

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ла ташлама ҡарала. Башҡортостан парламенты депутаттары октябрь аҙағында “Транспорт һалымы тураһында” законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Уға ярашлы, хәрбиҙәргә транспорт һалымына льгота тағы ла бер йылға оҙайтыла. Быйыл улар үткән йыл өсөн был төр һалымды түләүҙән азат ителә. Ҡанун ҡабул ителгәндән һуң, 2025 йыл өсөн дә транспорт һалымы булмай. Льгота мотоцикл, мотороллер, еңел һәм йөк машиналарына, башҡа техникаға ҡарала.

Фото №1 - Республикала яугирҙарға транспорт һалымына льгота һаҡлана
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ