Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы йыл һайын уҙғарылып килгән конкурстың республика этабына ғаризалар ҡабул итә. Еңеүселәр 18 номинацияла асыҡлана. Исемлектә ауыл хужалығы, күмәртәләп һатыу, туризм, төҙөлөш, йәмәғәт туҡланыуы, ғаилә бизнесы йүнәлештәре бар. Конкурс "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектына ярашлы уҙғарыла.






