Батырҙар хөрмәтенә. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарына махсус яҙыуҙар эленде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Мерәҫ һәм Бәхтигәрәй ауылдарында йәшәүсе халыҡ башланғысы менән Рәсәй буйынса Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы уңайынан почетлы алтаҡталар ҡуйылды. Уларға «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең йорто» тип яҙылған.
Зәкирә Ғазинаның улы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Тыуған ил именлеген һаҡлап һәләк була. Беркетелгән яҙыу хәҙер ҡаһарман яугирҙең батырлығын иҫләтеп торасаҡ.
Был башланғыс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хөрмәт билгеһе. Район халҡы яҡташтарының еңеүгә индергән өлөшөн, уларҙың хәтерен иғтибарҙан өҙмәй. Исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән дә байтаҡ эштәр башҡара.





