Һуңғы биш йылда 7 мең километрҙан ашыу юл ремонтланған. Был турала вице-премьер Рөстәм Ғәзизов белдерҙе. - Ҙур инфраструктура проекттары ғәмәлгә ашырыла. "Көнсығыш юл" файҙаланыуға тапшырылды. М-12 федераль трассаһының Башҡортостан аша үткән өлөшө асылды. Өфөлә Ағиҙел аша аркалы күперҙә ремонт тамамланды. Киләһе аҙнала Октябрьский ҡалаһы янында Ыҡ йылғаһы аша күпер асылырға тейеш. Талбазы ауылын урау юл төҙөлә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында Өфө-Ырымбур трассаһын киңәйтеү эштәре башланды. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлын төҙөкләндерәбеҙ, - тине Рөстәм Ғәзизов.






