Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаның яңы этабына Башҡортостан федераль бюджеттан ярты миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Киләһе йыл аҙағына тиклем 10 муниципалитетта 396 кеше күсереләсәк.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, республикабыҙ был йүнәлеш буйынса Волга буйы федераль округының биш лидеры иҫәбенә инә. 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан күсереү программаһы ваҡытынан алда тамамланды һәм яңыһы тормошҡа ашырыла башланы. Уға 2017-2022 йылдарҙа авария хәлендә тип танылған йорттар инде. 2019 йылдан авария хәлендәге «квадрат»тарҙан 10 мең 700 кеше күптән көтөлгән яңы фатирҙарға күсте. Уларҙың 800-ҙө быйылға тура килә. Рәсәй Төҙөлөш министрлығына, Биләмәләрҙе үҫтереү федераль фондына һәм шәхсән Марат Хөснуллинға төбәгебеҙгә даими ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерәм тигән Башҡортостан башлығы.





