Өфө клиникаларының береһендә өҙөлгән ҡолаҡты кире урынына тегеү буйынса уникаль операция яһалды. Миәкә районында йәшәүсе пациент аттан ҡолап төшөп ҡолағы өҙөлгәндән һуң ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Алтын ҡуллы хирург ағзаны 16 сәғәттән һуң кире урынына теккән. Был - хирургияла уникаль осраҡ.
Тойоу ғына түгел, ишетә лә. Ҡолаҡты кире урынына тегеп ҡуймағанда, табиптар әйтеүенсә, пациенттың ишетеү һәләте юғалыр ине. Фидан Миһранов өс ай элек ике йәшлек айғырҙы менгегә өйрәткәндә йәрәхәтләнә. Яңы һатып алынған тайҙан ул ҡолап төшә.
Миәкә районы дауаханаһында беренсе ярҙам күрһәткән табиптар уға был өлкәләге белгес Усман Камаловҡа барырға кәңәш итә. Усман Рәйес улы иһә өҙөлгән ҡолаҡты алып килергә ҡуша. Үлән араһынан табып алынған ҡолаҡты Миһрановтар туңдырғыста боҙҙа һаҡлай. Икенсе көндө Өфөләге клиникала 16 сәғәттән һуң ағзаны урынына тегеп ҡуйыу буйынса операция үткәрелә. Утыҙ йылға яҡын эш тәжрибәһендә ҡолаҡҡа меңдән ашыу операция яһаған Усман Рәйес улы үҙе лә был осраҡты мөғжизәгә тиңләй.
Ҡолаҡ ҡыуышлығы элеккесә формалашһын һәм ағза кире урынына яҡшылап ултырһын өсөн, ике операция яһалған.
Фидан Миһрановтың ҡолағы ишетә, өс ай элек кисергәндәре лә онотолоп бара. Ә баш бирмәгән атты иһә ул тағы ла менеп ҡарамаҡсы, уның өсөн ул ҡышты көтә.
Рәмилә Исмәғилева



