Башҡортостанда 3 мең 800 файҙалынылмаған ер участкаһы иҫәпләнә

Уларҙың күбеһе Благовещен, Хәйбулла һәм Туймазы райондарына тура килә. Шул уҡ ваҡытта Өфө, Ағиҙел ҡалалары, Илеш һәм Кушнаренко райондарында ла берәр участка табылған. Был турала Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец белдерҙе.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ултырышында ер участкалары хужаларына ҡарата үҙ көсөнә ингән яңы талаптар тураһында һүҙ барҙы. Федераль ҡануниәткә ярашлы, хәҙер милекселәргә үҙ ерҙәрен тәртипкә килтереү өсөн өс йыл бирелә. Ошо ваҡыт эсендә биләмә сүп-сарҙан, ҡороған үҫемлектәрҙән таҙартылырға, тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылырға тейеш. Юғиһә, милексе был ер участкаһынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Үҙгәрештәрҙең төп бурысы милекселәрҙе язалау түгел, ә ер ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм төбәктә йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн йүнәлтелгән.

Әгәр ер төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән булып, унда 3 йылдан ашыу объекттар төҙөлмәһә - ер файҙаланылмай тип иҫәпләнә. Әгәр баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәрендә ауыл хужалығы культуралары түгел, ә участканың яртыһынан күбеһендә ҡый үләне үҫә икән - был да административ хоҡуҡ боҙоу тип һанала.

Петр Клец, Башҡортостан буйынса РОСРЕЕСТР идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ