Стәрлетамаҡта “Авангард” заводында шартлауҙа һәләк булыусылар бар

Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  белдереүенсә,  был предприятиела  шартлатҡыс матдәләр менән эш алып барыла. Көслө  шартлау  арҡаһында бер бина  тулыһынса  емерелгән.  Ҡыҙғанысҡа,  өс кеше  һәләк булған.  Барыһы ла  ҡатын-ҡыҙҙар.  Предприятие  уларҙың ғаиләләренә  ярҙам  күрһәтәсәк, мотлаҡ рәүештә  компенсация  түләнә.   Биш кеше  дауаханаға  һалынған.  Улар  Өфөгә  килтерелгән.  Ғүмерҙәренә  хәүеф янамай.  Предприятиела  шартлау  сәбәптәре тикшерелә. Заводта дәүләт заказдары  үтәлә. Ул эшен дауам итәсәк, - тине  Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта “Авангард” заводында шартлауҙа һәләк булыусылар бар
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ